+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль 2020, 14:12

Өфөлә Ҡышты оҙатыу байрамын үткәреү урындары билдәле булды

Быйыл майлы ҡоймаҡ аҙнаһы 24 февралдә башлана. Баш ҡаланың барлыҡ райондарында 29 февралдән 1 мартҡа тиклем төрлө саралар уҙғарыла, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.

Өфөлә Ҡышты оҙатыу байрамы биш районда ойошторола. Быйыл майлы ҡоймаҡ аҙнаһы 24 февралдә башлана. Баш ҡаланың барлыҡ райондарында 29 февралдән 1 мартҡа тиклем төрлө саралар уҙғарыла, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.
Әйтәйек, 29 февралдә Киров районында ҡышты оҙатыу Һынаусылар урамының 21-се йорт ихатаһында була. Иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. «Аэропорт» ҡасабаһында — көндөҙгө 3-тә. Дим районында яҙ килеүен мәҙәниәт һәм ял паркында байрам итергә мөмкин. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Октябрь районында байрам сәғәт 12-лә «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында, Нуғай мәҙәниәт йортонда ойошторола.
Ленин районында ҡышты оҙатыу «Нижегородец» стадионында һәм «Тулҡын» скверында үткәрелә. Шулай уҡ көндөҙгө 12-лә.
Калинин районында ҡарасҡыны «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда яндыралар. Сәғәт 1-ҙә башлана.
1 мартта байрам Иван Яҡутов исемендәге паркта, С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, «Ҡояшлы» пляжы биләмәһендә (3-тә), «Ультра» сауҙа-күңел асыу комплексында (1-ҙә) дауам итә.
Тамашасыларҙы, ғәҙәттәгесә, әйлән-бәйлән, уйындар, эстафеталар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре көтә.
Байрам аҙағында ҡарасҡыны яндыралар һәм ҡоймаҡ менән һыйлайҙар.
Читайте нас: