-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль 2020, 13:38

Тағы янғын. Бала ғүмере өҙөлгән

Учалы районы Юлдаш ауылында өс бала янғында ҡалған.

Учалы районы Юлдаш ауылында өс бала янғында ҡалған.
Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ағас йортта өс бала үҙҙәре генә була. Йортта янғын тураһында иҫкәрткес ҡорамал була, әммә балалар өйҙә үҙҙәре генә булыу сәбәпле, нимә эшләргә лә белмәгән. Ҡайтып еткән атай күршеһе менән балаларҙы уттан ҡотҡара, әммә 3 йәшлек малай иҫенә килә алмай, мәрхүм була. 5 һәм 7 йәшлек малайҙар дауаханала.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы балаларҙы өйҙә яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа иҫкәртә.
Читайте нас: