Бөгөн, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Еңеү паркында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантанала ҡатнашты. Республиканың күп милләтле халҡы исеменән ул Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалды.
Тантанала Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм БР Дәүләт йыйылышы депутаттары, республика хөкүмәте ағзалары, Өфө мэрияһы етәкселеге, һалдаттар һәм офицерҙар ҡатнашты.
Һәләк булған геройҙарҙы тантанала ҡатнашыусылар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.