+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Февраль 2020, 15:46

Генерал Шайморатов ордены кемгә тәтене?

Был юғары статуслы награда бөгөн тәүгә тапшырылды. Орден 112-се Башкавдивизия ветеранының күкрәген биҙәйәсәк.

Был юғары статуслы награда бөгөн тәүгә тапшырылды. Орден 112-се Башкавдивизия ветеранының күкрәген биҙәйәсәк.
БР Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнө, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм интернационалсы яугирҙәргә бағышланған парадты ҡабул итте. Был хәрби ритуал легендар 112-се Башҡорт атлылар дивизияһының ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ, Ленин, I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, Александр Невский ордены кавалеры Мөғин Нагаев йорто янында үтте. Бынан тыш, яугиргә тағы ла бер награда - Шайморатов генерал ордены тапшырылды.
"Сегодня по всей республике проходит множество памятных мероприятий, – тине Радий Хәбиров. – Мы вручаем первые ордена генерала Шаймуратова. Будет торжественное заседание, куда мы пригласили всех защитников Отечества – не только ветеранов Великой Отечественной войны, но и тех, кто воевал в Афганистане, в Чечне. Для нас, для страны это самый главный праздник. Мы сделаем всё, чтобы помнить ветеранов, отдать им дань уважения. И, конечно, вспомним тех, кто в мирное время защищал нашу страну".
Был көндө Мөҡсинов урамында тантаналы маршта 200-ләа йәш армиясы, курсант һәм кадет үтте.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас: