Мәғлүм булыуынса, Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһы Президентының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә бирелгән гранттары тураһында” Указға ҡул ҡуйғайны. Ошо көндәрҙә ил Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко етәкселегендә ошо гранттарҙы биреү конкурсын үткәреү буйынса Координация комитеты ултырышы булды. Унда сираттағы конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Бәйгелә Рәсәйҙең 85 төбәгенән коммерцияға ҡарамаған 2 017 ойошма еңеүсе тип танылды. Уларға социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 4 миллиард 92 миллион һумлыҡ Президент гранты тапшырыла. Әйткәндәй, хупланған 2 017 башланғыстың 314-е Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Был проекттар 763 миллион һум күләмендә финанслана. Конкурсҡа йәмғеһе 9 308 проект тәҡдим ителгән.
Республикабыҙҙан 60-ҡа яҡын проект Рәсәй Президенты грантын аласаҡ. Еңеүселәр исемлегенә ингәндәр араһында “Павловка саңғы юлы” ҡышҡы спорт төрҙәре фестивале, “Спорт берләштерә”, BASHRUN – Башҡортостан Республикаһы буйынса халыҡ-ара йүгереүҙәр серияһы, “Халыҡтың киләсәге – йәштәр ҡулында” һәм башҡалар бар.
Фото: президентскиегранты.рф
Автор: Лилия Давлетбакова