“Толпар” балалар туберкулезға ҡаршы шифахана филиалы мөдире Әлмира Ваһапова Рәсәйҙә үткәрелгән “Балалар табибы-2019” конкурсында еңеү яуланы.
Рәсәй табиптарының “Педиатрҙарҙың көнүҙәк проблемалары” тип аталған ХХII конгресында конкурста еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр. Бында илдең иң яҡшы шәфҡәт туташтары, өлгөлө ойоштороусылары, һөнәри учреждениелары вәкилдәре йыйылып, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышты.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, сабыйҙарҙың сәләмәтлеген хәстәрләү – илдә иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Проект туғыҙ маҡсатлы күрһәткесте үҙ эсенә ала. Шуларҙың араһында төп күрһәткес – сабыйҙар үлемен кәметеү, кадрҙар ҡытлығын бөтөрөү. Әлмира Ваһапова – ошо мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуҙа ҡолас йәйеп эшләйәсәк профессиональ белгестәрҙең береһе.
Сарала шулай уҡ йәш ғалимдарҙың ғилми эштәренә йомғаҡ яһалды. Яҡташыбыҙҙы мәртәбәле конкурста еңеү яулауы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Ғорурланабыҙ!
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.