+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Февраль 2020, 11:12

Туған телем-иркә гөлөм.

Подольск мәктәбендә матур саралар булып үтте...

21 февраль –Халыҡ-ара Туған телдәр көнөндә Подольск урта мәктәбендә лә был матур датаға айҡанлы матур саралар булып үтте.Мәктәп берекмәһе планына ярашлы, 5-8 синыфтар араһында “Туған телем-иркә гөлөм,киңдер һиңә күңел түрем!”тип аталған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үткәрелде. Был конкурсҡа һәр уҡыусы бик ентекле әҙерләнгән ине. Иң бәләкәстәре булыуға ҡарамаҫтан, бишенселәр ҙур әүҙемлек күрһәттеләр: Юлиә Прозорова,Илида Сабирова,Виолетта Нәбиуллина,Вилиә Вәлитова,Әмирхан Нураев,Гүзәл Мәжитовалар бик матур итеп үҙҙәре яратҡан шиғырҙарҙы һөйләп ишеттерһәләр,ә алтынсы класс уҡыусыһы Лиана Рахманғолова Зәйнәб Биишеваның “Башҡорт теле”шиғырын тасуири,оҫта башҡарып барыһын да хайран ҡалдырҙы.Шулай уҡ 7 класс ҡыҙҙары Карина Ультракова,Юлиә Лоскутова һәм Виктория Коршунова ла үҙҙәренең яратҡан шиғырҙарын бик мауыҡтырғыс һәм оҫта итеп башҡарҙылар.
Был ижады бәйге барыһына ла бик оҡшаны.Алдағы уҡыуҙарында ла уңыштар теләп барлыҡ ҡатнашыусыларға маҡтау грамоталары тапшырылды.
Бөгөнгө көн тағы бер бик мөһим сара үткәрелде.Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә беҙҙең мәктәбебеҙ туған телдәрҙә диктант яҙҙы. 5-9 синыф уҡыусылары үҙҙәренең белемдәрен башҡорт һәм рус телдәренән тикшереп ҡарап диктант яҙҙылар.Шулай уҡ был акцияға мәктәп уҡытыусылары һәм ауыл халҡы ла теләп ҡушылды.Башҡорт халҡының данлы улы Миңлеғәле Шайморатовтың яҡты иҫтәлегенә арналған диктантты бик теләп яҙҙыҡ,үҙебеҙҙең башҡорт һәм рус телдәре буйынса белемдәребеҙҙе тикшереп ҡараныҡ.Иң оло диктант яҙыусыға 60 йәш булһа,иң йәшенә 11 йәш ине.
Был матур сара барыһына ла матур кисерештәр бүләк итте.
Гүзәлиә Дәүләтбирҙина.
Читайте нас: