+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2020, 13:03

"Ҡанатлан!" форумында быйыл ниндәй мәсьәләләр ҡуҙғатылыр?

28 февралдә “Торатау” Конгресс-холында “Ҡанатлан!” 2-се мәктәп форумы үтә.

28 февралдә “Торатау” Конгресс-холында “Ҡанатлан!” 2-се мәктәп форумы үтә.
Форумда мәктәп формаһы булдырыу, уҡыусыларҙы диспансерлау, балалар стоматологияһы һәм сәләмәт йәшәү рәүеше, туҡланыу системаһын модернизациялау, белем усаҡтарында, синыфтарҙа психологик климат булдырыу, ишек алдарында уйын майҙансыҡтарын тергеҙеү, спортты үҫтереү кеүек һорауҙар ҡуҙғатыласаҡ. Шулай уҡ уҡыусыларҙы Интернет селтәрендә уҡытыуҙы хәүефһеҙ ойоштороу, Интернетта һаҡлау саралары (контектты фильтрлау, антивирустар, балалар браузерҙары, ата-әсәләр контролен көсәйтеү) тураһында ла һөләшеү буласаҡ.
Форумда 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ: мәктәп директорҙары, мәғариф өлкәһендә эштәр буйынса урындағы үҙидара органдары етәкселәре, башҡарма власть органдары вәкилдәре, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәре етәкселәре, ата-әсәләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һ.б.
#Миллипроект
Читайте нас: