Был юлы иһә халыҡтың фаразы ысын булырға оҡшай. Татарстан гәзите уның һөйгәне Инзилә менән экспресс-интервью тәҡдим иткән. Инзиләгә 20 йәш, ул Татарстандың Әгерже районында тыуып үҫкән. Һөнәре буйынса – парикмахер.
- Мин Радикты быға тиклем белә инем. Йырҙары оҡшай, шулай ҙа мин уның фанаты түгел.
- Уның яныңда ҡыҙҙар һәр ваҡыт күп, ул гел гастролдәрҙә йөрөй. Һиңә уның менән ауыр түгелме?
- Юҡ, ауыр түгел. Еңел дә түгел. Был уның эше бит.
- Атай-әсәйең дуҫлығығыҙға нисек ҡарай? Улар ҡаршы түгелме?
- Юҡ, барыһы ла яҡшы.
- Радиктың клибында төшөр инеңме?
- Юҡ, төшкөм килмәй.
- Буласаҡ тормош иптәшеңде ниндәй итеп күҙ алдына килтерәһең?
- Яуаплы, намыҫлы, маҡсаты һәм юмор хисе булған.
- Радик тип йән атҡан ҡыҙҙарҙан уны көнләшәһеңме?
- Юҡ.