Хәтерегеҙҙәлер, был хәл 2018 йылдың апрелендә булғайны. Уҡыусыларын яҡларға тырышып, ҡоторонған үҫмер бысағынан педагог күп һанлы тән йәрәхәттәре лә алғайны.
Екатерина Першинаға дәүләт наградаһын республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Бындай орден ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, үҙ-үҙен аямай, батырлыҡ күрһәткәндәргә бирелә.