+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2020, 12:28

Владимир Путин милли проекттарҙың башҡа ваҡ үҫеш проекттарынан айырмаһы тураһында аңлатты

Ил башлығы “Владимир Путинға – 20 һорау” проектында милли проекттар тураһында: “Уларҙы бойомға ашырғанда беҙҙең төп бурыс – илдең үҫеше”, - тигәйне.

Ил башлығы “Владимир Путинға – 20 һорау” проектында милли проекттар тураһында: “Уларҙы бойомға ашырғанда беҙҙең төп бурыс – илдең үҫеше”, - тигәйне.
Хәбәрсе Владимир Путинға милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу Сочилағы Олимпиадаға, йәки Владивостоктағы АТЭС саммитына әҙерләнеү һәм ойоштороу кеүек конкрет сара менән сағыштырырға буламы, тип һорау бирҙе. “Миңә ниндәйҙер сараның һөҙөмтәһе түгел, илдең үҫешеүе кәрәк. Аҙым һайын, ныҡлы һәм киң ҡоласлы эш алып барырға кәрәк. Мине башҡарылған эштең һөҙөмтәһен күреү һөйөндөрә”, - тип яуапланы Президент. “Мин Владивостокҡа барғанда, аэропорттан сығышлай, беренсенән, уның ҡайҙа урынлашҡанлығы, икенсенән - ҡасан төҙөлгәнлеге тураһында ҡыҙыҡһынам. Был федераль кимәлдәге универститет, тотош ҡала шуның нигеҙендә ҡоролған. Бына ошо күренеш миңә оҡшай. Шулай уҡ Сочи менән дә. Уның үҫешен күҙәтеү ҙә һөйөндөрә. Әммә әйтеп үтелгән миҫалдар – улар тик урынға ғына хас һөҙөмтә, тотош илгә уларҙың йоғонтоһо аҙ”, - тип аңлатты ул.
#ВладимирПутин
Фото "Башинформ" МА алынды.
Читайте нас: