+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Февраль 2020, 10:44

"Атай, әсәй! Зинһар, мине һаҡлағыҙ!"

Интернет селтәрендә әленән-әле юл-транспорт фажиғәләре тураһында мәғлүмәт сығып тора.

Интернет селтәрендә әленән-әле юл-транспорт фажиғәләре тураһында мәғлүмәт сығып тора. Нимәһе бик үкенесле – ҡайһы бер осраҡтарҙа балалар ҙа зыян күрә, һәләк була. Бына тап ошондай хәлдәр килеп сыҡмаһын, кешеләр юлда иғтибарлыраҡ булһын, ғәзиз кешеләре менән юлда китеп баралар, ғүмерҙәр, һаулыҡ ҡурсаулы булһын, тигән маҡсаттан сығып Наташа Едыкина исемендәге Юл-транспорт ваҡиғаларында зыян күргән балаларҙы ҡеүәтләүсе мәрхәмәтлек фонды һүрәттәр конкурсы ойошторған.
25 февралдән 25 мартҡа тиклем Рәсәй Федерацияһында барасаҡ был ярыштың маҡсаты – нәфис-эстетик һәләттәр аша балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын профилактикалау. Әйткәндәй, Рәсәйҙә былтырҙан “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тормошҡа ашырыла. Ил башлығы бигерәк тә балалар ҡатнашлығындағы фажиғәләргә ҙур иғтибар бирергә саҡырҙы. Был хаҡта иҫкәртеп тороу маҡсатынан ойошторолған конкурсҡа ата-әсәләрҙе лә йәлеп итергә теләй сараны бына инде өсөнсө тапҡыр уҙғарған Мәрхәмәтлек фонды.
Былтырғы конкурста балалар фажиғәләрҙе генә түгел, илдәге насар юлдарҙы ҙа һүрәтләгән. Билдәле булыуынса, ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары ҡурҡынысын кәметеүгә йүнәлтелгән. “Милли проект халыҡтың именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән бурысты ла ҡуйҙы дәүләт башлығы.
Бәлки, балалар араһында был конкурста ҡатнашырға теләгәндәр барҙыр: www.fond-edykina.ru сайтына инеп, мәғлүмәт алырға була. Хәҙер бит юлда, урамда шул тиклем транспорт күп, шуға күрә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә барыбыҙ ҙа иғтибар итергә тейешбеҙ. Аллаһу Тәғәлә лә һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бит. Күрәсәк булмаһын, ти бит өлкәндәр ҙә.
Оператив кәңәшмә ваҡытында Республика Башлығы Радий Хәбиров М5 трассаһында булған ҙур авария тураһында фекерен белдергәндә лә юл-транспорт хәрәкәте ваҡиғаларына иғтибарлы булырға саҡырҙы.
Автор: Лариса Абдуллина
Читайте нас: