Рәжәб — (ғәр. رجب) -һижри иҫәп менән йылдың етенсе айы. Рәжәб айындағы беренсе йома — рәғәиб кисәһе. 26 рәжәб — миғраж кисе. Рәжәб айы мосолмандарҙакесе хаж - Үмрә айы булып та һанала. Ғәрәптәр элек-электән был айҙы ураҙалартотоп, ҡорбандар салып үткәрә торған булғандар. Төрлө һуғыштарға һәм яу сабыуҙарға сик ҡуйылған. Ғөләмәләр Рәжәб айы - сәсеү айы тип һанай. Шағбан иһә шул сәскәнгә һыу һибеү, тәрбиәләү айы.Рамаҙан айы шул ғәмәлдәр өсөн рәхмәттәр алыу айы. Йәғни был өс ай үҙ-ара бик тығыҙ бәйле.