Хәтерҙе мәңгеләштереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә: архитектура өлкәһендә С.Д.Тавасиев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте стипендияһын булдырыу; С.Д.Тавасиевтың ижадына бағышланған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыу; С.Д.Тавасиевтың тормошона һәм ижадына арналған документаль фильм төшөрөүҙе тәьмин итеү; Өфөлә С.Д.Тавасиевтың ижади эштәре күргәҙмәһен ойоштороу бурысы йөкмәтелде.