+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Февраль 2020, 14:17

Донъяны ғәмһеҙҙәр алға этәрмәй!

Кисә Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында туған телдәр көнөнә арналған “Асыҡ микрофон” үтте. Рауил Бикбаевтың “Быуындарға ялғап быуындарҙы илде тотҡан телем, һүҙем бар” тигән ҡанатлы шиғыр юлдарын девиз итеп алынғайны был сарала.

Кисә Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында туған телдәр көнөнә арналған “Асыҡ микрофон” үтте. Рауил Бикбаевтың “Быуындарға ялғап быуындарҙы илде тотҡан телем, һүҙем бар” тигән ҡанатлы шиғыр юлдарын девиз итеп алынғайны был сарала.
“Асыҡ микрофон”ды “Аҡ тирмә” Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге, “Сәхипъямал” татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы, Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Республика ата-әсәләр комиссияһы ойошторҙо.
20-се гимназияға Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатынан, баш ҡаланың 65-се һәм 84-се татар гимназияларынан, 102-се башҡорт гимназияһынан, 2-се башҡорт лицейынан уҡыусылар, юғары уҡыу йорттарынан филология факультеттары талиптары йыйылғайны. Улар республика кимәлендә танылыу яулаған шәхестәр менән туған тел, уны һаҡлау, яҡлау тураһында әңгәмә ҡорҙо, һорауҙарға яуап бирҙе.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты, шағирә Йомабикә Ильясова үҙенең сығышында “Кешенең үҙ туған теленән оялыуы – ул күңелдәге бәләкәй генә ауырыуы” тип аңлатты. Телде һаҡлау ғаиләнән башлана, башҡорт үҙ йортонда фәҡәт үҙ әсә телендә генә аралашырға тейеш, тигән фекер яңғыраны.
Ә телде һаҡлау, уны үҫтереү өсөн ғаилә тәрбиәһе генә етәме? Был һорауҙы уҡыусыларға Башҡорт дәүләт университетының татар филологияһы һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты, педагогия фәндәре кандидаты, шағирә Лилиә Сәғиҙуллина бирҙе. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Нур Собханғолов был һорауға: “Туған телде ғаиләлә балалар теләп өйрәнһен өсөн, уға әрләп түгел, яратып ҡына өйрәтергә кәрәк” – тип яуап бирҙе. Тамашасылар был һүҙҙәрҙе хуплап, дәррәү ҡул сапты.
Кешенең күңеленә Аҡбуҙат һыямы икән? “Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Тамара Юлдашева-Искәндәриә туған телде милли эпосыбыҙ – “Аҡбуҙат” менән сағыштырып хайран ҡалдырҙы. Ысынлап та, күңеленә туған телде һыйҙырған, уны яратҡан кеше генә милли мираҫҡа битараф булмай. Донъяны алға этәреүсе лә ана шул битарафлыҡ сиренән азат, ҙур йөрәкле шәхестәр бит! Даһиҙар! Баҡтиһәң, кеше ни тиклем күберәк тел белә, уның мейеһендәге нейрондар ҙа шул тиклем һәйбәтерәк эшләй икән.
Моғайын, күптәребеҙҙең телефонында, йәки планшетында башҡорт шрифты барҙыр (һәр хәлдә, барҙыр, тип ышанабыҙ). Телде цифрлаштырыу өҫтөндә бик әүҙем эш алып барыла. Был һәйбәт күренешме икән? Күренекле шағирә, прозаик, драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлисә Мөҙәрисова ошо һорауҙы күтәреп сыҡты. Уҡыусылар уйға талды. Эйе, тиһәң, ололар : “Телефон баланы миңрәүләтә, ана, ғалимдар аутизм ауырыуы таралыуына телефон-компьютерҙар ғәйепле тип иҫбат иткән” – тип бара, юҡ, тиһәң, үҙ-үҙеңде алдаған һымаҡ... Был һорау асыҡ ҡалды. Беҙгә ҡалғанда, туған телдең заманса технологияларҙа ҡулланылыуы бер ҙа насар түгел. Кешеләр барыбер Интернетты ҡуллана, бер яңғайҙан, башҡортса мәҡәлә, хикәйәләр уҡып ултырһалар насар түгел бит?
“Асыҡ микрофон”ды тамамлап, “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова, “Сәхибъямал” татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Флүсә Назарғолова сығыш яһаны. “Әлеге ваҡытта бөтөн донъя буйлап туған телдәргә ҡаршы көрәш бара, сөнки донъя менән капитал хакимлыҡ итә. Кеше үҙ телен һаҡларға бурыслы, шул уҡ ваҡытта башҡа телдәрҙе лә хөрмәт итергә тейеш. Бөгөнгө сара ике туғандаш тел буйынса ойошторолоуы ла юҡҡа түгел. Әгәр бөгөн башҡорт теле бөтә икән, иртәгә – татар , унан – урыҫ теле глобализация ҡорбанына әүереләсәк. Ғәмһеҙҙәр донъяны алға этәрмәй” – тип һүҙен йөпләне Рәйсә Абдрахман ҡыҙы.
Читайте нас: