+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2020, 16:00

Мәскәү өлкәһенең Барвиха ҡасабаһында һигеҙ йәшлек малай бөтөн мәктәпте дер ҡалтыратып тота

Мәктәпкә бысаҡ, тараҡан ташыусы Степандың башҡа һыймаҫлыҡ ҡылыҡтарын әсәһе, "Мин уны өйрәттем" - тип аңлатҡан.

Степан М. исемле малайға ни бары һигеҙ йәш, әммә ошо ваҡыт эсендә ул ике мәктәп, өс синыф алмаштырып өлгөргән. Быға уның хулигандарса тәртибе сәбәпсе - дәрескә бысаҡ алып йөрөһөнмө, берәй мөйөштә тиҫтерҙәрен туҡмаһынмы, уҡытыусыларҙың "нервыларында уйнаһынмы"... Хатта уның исемен урындағы травмпунктта ла яҡшы беләләр. Иң аптыратҡаны - Степандың мәктәпкә теләһә ниндәй бөжәктәр, айырыуса тараҡан ташыуы. Уҡытыусыларға был ҡылығын ул: "Яңы урынға күскәйнек, унда элекке хужалар беҙгә мираҫ итеп тараҡандар ҡалдырған, мин уларҙы уҡырға йөрөтәм, белем алһындар" - тип аңлатҡан. Ата-әсәләр ялыу яҙып, полицияға мөрәжәғәт итеп, Степанды өйҙә уҡытыуға күсерергә күндергәндәр.
Малайҙың әсәһе улының ҡылыҡтары тураһында:
- Мин уға берәйһе һуҡһа башҡа бәйләнмәҫлек итеп ныҡ ҡына итеп берҙе "сдача" бир, тип өйрәттем. Ми нең улым ошо кәңәште тотоп, башҡаларҙы туҡмаған, - ти.
Читайте нас: