-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Февраль 2020, 17:12

Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһы булдырылды

Награда республикала атайҙар институтын нығытыуға йүнәлтелгән.

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһын булдырҙы.
Награда республикала атайҙар институтын нығытыуға йүнәлтелгән.
Йәмәғәт наградаһы менән балалар тәрбиәләгән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн шарттар тыуҙырған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙар бүләкләнә.
Ир-егеттәрҙең күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, ҡыйыу аҙымы һәм дәүләт наградалары балаларының уҡыуҙа, эштә, спортта һәм ижадта өлгәшкән юғары ҡаҙаныштары кеүек үк өҫтөнлөккә эйә. Шулай уҡ 5 йылдан ашыу уллыҡҡа алынған балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгән ир-егеттәр, Ватанды һаҡлағанда хәбәрһеҙ юғалған йәки һәләк булған, хәрби йәки гражданлыҡ бурысын үтәгәндә яраланыу, контузия алыу йә иһә эштә имгәнеү, һөнәри сир һөҙөмтәһендә балалары үлгән атайҙар бүләкләнергә мөмкин .
Награда материалдары электрон төрҙә йәки ҡағыҙҙа Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы аппаратында 2020 йылдың 15 апреленә тиклем ҡабул ителә. Конкурс комиссияһы 15 майға хәтлем Йәмәғәт палатаһы советына ҡарау өсөн лайыҡлы кандидатуралар күрһәтә. Һөҙөмтәләр Палата сайтында баҫыла.
Бүләкләү тантанаһы Рәсәйҙә Атайҙар көнө уңайынан 2020 йылдың 24 июнендә була.
Читайте нас в