+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Февраль 2020, 18:58

Уҡыусыларҙың һаулығына, уҡыуына иғтибар көсәйәсәк

Кисә баш ҡаланың “Торатау” Конгресс-холында “Ҡанатлан!” Икенсе республика мәктәп форумы үтте. Унда 700-ҙән ашыу ҡатнашыусы булды. Мәктәп директорҙары, ата-әсәләр, етәкселәр түбәндәге мәсьәләлр буйынса һөйләшеү алып барҙы.

Кисә баш ҡаланың “Торатау” Конгресс-холында “Ҡанатлан!” Икенсе республика мәктәп форумы үтте. Унда 700-ҙән ашыу ҡатнашыусы булды. Мәктәп директорҙары, ата-әсәләр, етәкселәр түбәндәге мәсьәләлр буйынса һөйләшеү алып барҙы.
Сараның пленар ултырышында мәктәп, уҡыусылар, балаларҙың ялын рйоштороу, физик культура һәм спорт, туҡланыу, медицина кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Форумға килгән ата-әсәләр дөйө мәктәп формаһын булдырыу - булдырмау тураһында фекер алышты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф өлкәһендә ҙур уңыштарға ҡаҙаныусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Ул үҙенең сығышында:
- Был форумды беҙҙе борсоған һорауҙарға яуап табыу, килеп тыуған хәлдәрҙән сығыу юлын эҙләү өсөн үткәрәбеҙ. Һүҙ булып ҡына ҡалмаһын, эш алға барһын өсөн. Рәсәйҙ төбәктәрендә ҡулланылған иң алдынғы алымдарҙы өйрәнеү, ҡулланыу мөһим. Мин үҙем дә, идара командаһы ла, асыҡ күңелле бала кеүек, уҡырға, өйрәнергә әҙер, - тине ул.
Мәктәптә туҡланыу: “Сифатһыҙ аҙыҡ менән тәьмин итеүселәргә – үс!”
Форумда туҡланыу темаһына айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендәге мәктәп һәм уҡыусылар тураһындағы һүҙҙәрен уҡытыусылар шатланып ҡабул иткән икән. Тиҙҙән 1-сенән 4-се синыфҡа тиклемге балалар бушлай йылы төшкө аш менән тәьмин ителәсәк. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостанда бөтөн мәктәптәр ҙә 2020 йылдың 1 сентябренән бушлай ашатыуға күсә. Республика Башлығы сифатһыҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе операторҙарға “Кем дә кем балаларға сифатһыҙ аҙыҡ ашата, асылда улар – бур, һәм уларҙан мин шәхсән рәүештә үс аласаҡмын”, - тип янаны.
Йәнә бишкөнлөк тураһында: балаларҙың йоҡоһо туя башланы
Радий Хәбиров “Ҡанаталан!” форумында йәнә бишкөнлөккә күсеү тураһында һүҙ ҡуҙғатты – үткән айҙар һөҙөмтәһе буйынса һығымта яһаны.
- Ниһайәт, балаларҙың йоҡоһо туя башланы. Физкультура, спорт менән шөғөлләнеүсе, дәрестән тыш башҡа сараларҙа ҡатнашыусы уҡыусыларҙың һаны кинәт артты. Тематик шәмбеләр үткәреү ата-әсәләрҙе мәктәп тормошона ылыҡтырҙы, - тине ул.
“Ҡанатлан!” проектына әлеге ваҡытта 71 мәктәп ҡатнаша. Уларҙың күплеге, әүҙемлеге республика мәктәптәренең башҡа төбәктәр алдында имиджын күтәреү, алдынғы рәттә барыу өсөн бик мөһим. Проект сиктәрендә 2024 йылға тиклем быға тиклем үҙ бассейны булмаған муниципалитеттарҙа 16 бассен төҙөләсәк, 200 белем усағы “Мәктәптәргә – көрәш спорты!” программаһына ҡушаласаҡ.
Мәктәптә теш дауалау кабинеттары
“Ҡанатлан!” проекты сиктәрендә Башҡортостан мәктәптәрендә стоматология кабинеттары ҡайтанан тергеҙелә башланы. Был күренеш Рәсәйҙә уникаль, берҙән бер тип иҫәпләнә. Бер йыл эсендә генә 61 теш дауалау кабинеты йыһазландырылған.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған саралар тураһында
Форумда мәктәп уҡыусыларына патриотик тәрбиә биреү темаһы ла ситтә ҡалманы. Республика Башлығы уҡытыусыларға Башҡортостандың бөтөн райондарында, ҡалаларында ла 9 майға арналған парадтар үткәрергә кәңәш итте.
- Иҫләйһегеҙме, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусы көнө уңайынан Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветераны Мҡғин Нуғаевтың йорто алдында курсанттар һәм кадеттар парад ойошторғайны? Бына ошондай саралар бөтөн муниципалитеттарҙа ла үтергә тейеш. Быйыл – Хәтер һәм дан йылы. Яҙмыш үҙе һәм ата-бабаларыбыҙҙың Бөйөк Еңеүе балаларҙың уй-фекерҙәренә яҡты сатҡылар һалырға тейеш, - тип өҫтәне Радий Фәрит улы патриотик тәрбиә тураһында.
Уҡыусыларҙың тәртибе тураһында
Форумда мәктәптә уҡыусылар араһында енәйәтселек, буллинг тураһында ла әңгәмә барҙы. Интернет-сервистар, смартфондар ҡулланыу-ҡулланмау мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. “Гаджеттарҙан баш тартыу аңлы, ирекле рәүештә булырға тейеш” – тип аңлатты Радий Хәбиров.
Берҙәм мәктәп формаһы булдырыу тураһында, тәүҙә бер район, йәки ҡалала ғына эксперимент рәүешендә үткәрергә кәрәк, тигән фекер яңғыраны. Еңел сәнәғәт предприятиелары мәктәп формаларының моделдәрен күрһәтте. Шулай уҡ форум барышында мәктәптә туҡланыу буйынса эшләүсе операторҙарҙың продукциялары ҡуйылған күргәҙмә эшләне.
Читайте нас: