Был байрам юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәне, ул ғаиләнең әһәмиәтен күтәреүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Байрам уңайынан ғаиләләр араһында төрлө бәйгеләр, ярыштар үткәрелә. Тыуған илебеҙҙәге матур, өлгөлө ғаиләләр барлана, күрһәтелә.
Ғаиләләребеҙ татыу, бәхетле икән, республикабыҙ ҙа ныҡлы, көслө була. Һәр йортта шат балалар тауышы яңғырап торһон, улар телһөйәр, киләсәк быуын илһөйәр булып үҫһен. Һәр башҡорт ғаиләһендә милли рухлы балалар үҫһен!Башҡорт ғаиләһе көнө менән, дуҫтар!