+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2020, 21:37

Иҫәнме яҙ!

Ә бөгөн мин,бөгөн, таң ҡалып , Төштә түгел, өндә ҡарап торҙом Яҙғы таңдың hыҙылып атҡанын,

Рафаэль Сафин .Ҡыр каҙҙары.1966
Өндә түгел, төштә күрҙем уны:
Яҙғы таңдың hыҙылып атҡанын,
Көмөш сынйыр булып, теҙелешеп,
Ҡыр каҙҙары осоп ҡайтҡанын .

Ер йәм-йәшел ине, күк – зәп-зәңгәр.
Шундай яҡты , сыуаҡ яҙ ине,
Ергә, күккә- төпhөҙ зәңгәрлеккә
Баҡ та аҡылыңдан яҙ инде!
Шундай яҡты , сыуаҡ яҙ ине!


Ҡыр ҡаҙҙары осоп килә ине ,
Таң нурына мансып түштәрен ..
Ниңә әле шул төш онотолмай,
Онотолғанда башҡа төштәрем?


Ҡыр каҙҙары осоп килеп төштө
Тымыҡ күл буйына – таллыҡҡа.
-hаумыhығыҙ , ҡаҙҙар!- тигән инем…
-hаумы, яҡташ! – тигән тауышҡа
Ышанмайҙа торҙом.
Минең алда
Ҡаҙҙар түгел ине , - hалдаттар.
Түштәрендә сыңлай миҙалдары,
Шинелдәрен төрөп алғандар.


-hаумы, туған!- тиҙәр –
Беҙҙе, - тиҙәр,-
Онотманымы әле яҡташтар?
Иҫләйҙәрме әле?
Беҙ бит , - тиҙәр,-
Яуҙа үлеп ҡалған hалдаттар.
Ер уянған саҡта нисек итеп
Йоҡлап ятмаҡ кәрәк ҡәберҙә.
Ҡыр каҙҙары булып тыуған яҡҡа
Ҡайтып төштөк бына хәҙер ҙә.

Тәбиғәттең уяу бер мәлендә
Яҙ hайын беҙ шулай итәбеҙ:
Һабан hөрөп киткән еребеҙҙе,
Һаман көткән әсәләребеҙҙе,
Балаларыбыҙҙы ,
Бисәләребеҙҙе
Яҙ hайын бер күреп китәбеҙ.
Тик үҙҙәре генә курмәй ҡала.
Күренәбеҙ бары төштә беҙ.


Төштә генә беҙгә, төштә генә
Осрашырға хоҡуҡ бирелгән,
Һәм бары тик каҙҙар булып ҡына
Ҡайталабыҙ осоп беҙ илгә.
Һеҙҙән беҙгә бер ни кәрәк түгел,
Тик шуға һеҙ ҡолаҡ һалығыҙ:
Онотмағыҙ беҙҙе , онотмағыҙ!
Йышыраҡ беҙҙе иҫкә алығыҙ!


Ҡояшлы ла булыр көндәрегеҙ,
аяҙ күкте ҡаплар болот та.
Онотмағыҙ беҙҙе! Онотhағыҙ,
Ҡайталмабыҙ ҡаҙҙар булып та.

Шулай тинеләр ҙә юғалдылар .
Ә бөгөн мин,бөгөн, таң ҡалып ,
Төштә түгел, өндә ҡарап торҙом
Яҙғы таңдың hыҙылып атҡанын,
Көмөш сынйыр булып, теҙелешеп ,
Ҡыр каҙҙары осоп ҡайтҡанын.
Читайте нас: