-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2020, 00:45

Таныш булығыҙ: “Аманат”тың шаҡай һаны!

Журналыбыҙҙың шаҡай һанында ниндәй ҡыҙыҡлы яңылыҡтар бар? Әйҙәгеҙ, уның биттәренә күҙ һалайыҡ!

“Аманат”ты уҡыусылар араһында быйыл төп дәүләт имтихандарына әҙерләнеүселәр ҙә барҙыр. Уларға бик етди һынау тоторға тура килә. Миләүшә Байъегетова апайығыҙ ТДИ тапшырғанда ниндәй үҙгәрештәр буласағы тураһында тәфсирләп яҙҙы.
Йәлдәк ырыуы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Хәйер, халыҡтың, ырыуҙың данын уның вәкилдәре күтәрә. Осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев – тап шул Йәлдәк башҡорто. Тағы кемдәр был ырыуға ҡарай, ҡайһы биләмәлә йәшәйҙәр – бының турала тарихсы Азат Юлан ағайығыҙҙың мәҡәләһендә уҡырһығыҙ.
Батыр яуҙа һынала, тиҙәр. Бөйөк Ватан һуғышында башҡорттар тик башҡорт атлы кавалерия дивизияһында ғына алышмаған шул. Журналыбыҙ тышында бик етди ҡарап торған Арыҫлан атлы егеттең ҡарт олатаһы Әбделхәй казактар менән иңгә-иң терәп һуғышҡан. Нисек итеп башҡорт яугирының “Юлбарыҫ” ҡушаматлы аты менән яулашҡаны, яуҙаштарын өләсәһенең рецебы буйынса бешереп, тауыҡ менән һыйлағаны тураһында уның улы – Урал Мөлөков яҙа.
Рәшиҙә менән Рәсимә ни хәлдә икән? Үткән һанда повестың башын уҡығанһығыҙҙыр. Был юлы яҙыусы Юнир Салауатов ҡыҙҙарҙың һуғыш осоронда атайһыҙ тормош көтөүҙәре тураһында бәйән итә. Бик ҡыҙғаныс, шул уҡ ваҡытта тормошта булып үткән хәлдәргә таянып яҙылған әҫәр һеҙгә бик оҡшар, тигән өмөттәбеҙ.
Шаҡай һаны егеттәр өсөн мәҡәләләргә бик бай булды әле. 23 февраль – Ватанды һаҡлаусы көнө уңайынан, буласаҡ ил һаҡсыларына нисек итеп үҙеңде әрмегә әҙерләргә, “ебегән танау” булмаҫҡа өйрәткән мәҡәлә лә донъя күрҙе. Моғайын, киләсәктә яҙмышын хәрби хеҙмәт менән бәйләргә теләүселәр ҙә барҙыр. Кинолог һөнәре менән Рәзил Бикбулатовтың мәҡәләһендә танышырһығыҙ, ысын кинолог менән әңгәмәне уҡып, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тупларһығыҙ.
Бейеүсе, балетмейстер Риф Ғәбитов бала сағында ниндәй уйындар уйнаны икән? “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһына ул үҙенең бала сағында ниндәй ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарығаны, нисек итеп бесән сапҡаны, еләк йыйғаны тураһында яҙған. Сәхнә әһеленең тарихы һеҙгә лә бик оҡшар!
Журналыбыҙҙың ҡап уртаһында беҙ йырсы, йәки бейеүсене түгел, башҡорт атлы яугирының картинаһын ҡуйҙыҡ. Уны 1809 йылда Робер Кер Портер төшөргән. Беҙҙә уның ҙурайтылған рәсеме сыҡты.
2020 йыл - Башҡорт теле тип иғлан ителде. Ә туған телдең диалекттары тураһында беләһегеҙме? “Башҡорт теле үҙенең диалекттары менән бай” тигән мәҡәлә күптәргә файҙалы булыр.
Бер кемгә лә сер түгел: кескәйҙәр ниндәй телдә йәнһүрәт ҡарай, уйындар уйнаһа – уларҙың телдәре лә шул телдә асыла. Шуға күрә алдынғы ҡарашлы ағай-апайҙар балаларға төрлө гаджеттарҙа ҡулланыу өсөн яңы мобиль ҡушымталар уйлап тапҡан. Балалар өсөн мобиль ҡушымталар теҙмәһе менән журналыбыҙҙың 18-се битендә танышырһығыҙ.
“Ай, һылыу!” конкурсы был айҙа ла бик-бик көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә, 1310 тауыш йыйып, Әбйәлил районы Асҡар ауылы ҡыҙы Илмира Һибәтова беренсе урынға сыҡты. Афарин! Ҡатнашыусы ҡыҙҙар тураһында ла журналыбыҙ биттәрендә мәғлүмәт бар.
Дуҫтар, ә һеҙҙең арала “валентинка” яҙмағандар бармы икән? Беҙгә бер ҡыҙ “Мәңгелек сер” рубрикаһына хат ебәрҙе. Ул нисек итеп “валентинка”ларҙы бутауы, аҙаҡ шуның өсөн оялып йөрөүе тураһында яҙған.
Кадеттарҙың нисек йәшәгәне тураһында белгегеҙ киләме? Уларҙың көн тәртибе беҙҙекенән ныҡ айырыла. Иртәнге сәғәт 7–лә улар йоҡонан тора, көн дә йүгерергә сыға. Аҙаҡ – дәрестәр, күнекмәләр, төрлө мәҙәни һәм спорт сараларында ҡатнашыу... Киске 22.00 тулыу менән – “отбой”. Мәләүез кадет корпусы тураһында журналыбыҙҙың 22-се битендә уҡырһығыҙ.
“Еңеү еңел бирелмәне!” конкурсына күптин-күп, суҡтин-суҡ хаттар килә. Белорт ҡалаһының 13-сө мәктәбе уҡыусыһы Наил Теләмбәтов өләсәһе тураһында яҙып ебәргән. “Һуғыш урлаған бала саҡ” тип атал уның мәҡәләһе. Оло быуын күргәнде беҙгә күрергә яҙмаһын ине.
Егеттәр, ҡамыр йыуып ҡарағанығыҙ бармы? Юҡмы ни?! Балыҡсы Солтан Шәрипов ағайығыҙ ҡышын йыуылған ҡамырға ниндәй балыҡ эләгеүе тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт яҙған. Бәлки, һеҙгә ярап ҡалыр был мәҡәлә. Балыҡты гел ҡортҡа ҡаптырырға, тимәгән дә...
Читайте нас: