-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2020, 14:25

Ни өсөн балаларға коронавирус сире йоҡмай?

Ғалимдар әйтеүенсә, Ҡытайҙа тоҡанып киткән был ҡурҡыныс эпидемия тик оло йәштәгеләр өсөн генә хәүефле. 89 меңдән ашыу кешелә ул табылған. Ләкин шуныһы ҡыҙыҡлы – балалар араһында коронавирус менән ауырыусылар юҡ тиерлек. Бының сере ниҙә?

Февраль айында Әбйәлил районындағы обсерваторға 14 Ҡытай гражданын карантинға япҡайнылар. Әле уларҙың коронавирус менән ауырымауҙары асыҡланды. Аллаға шөкөр, беҙҙә вирус менән сирләүселәр юҡ. Ғалимдар әйтеүенсә, Ҡытайҙа тоҡанып киткән был ҡурҡыныс эпидемия тик оло йәштәгеләр өсөн генә хәүефле. 89 меңдән ашыу кешелә ул табылған. Ләкин шуныһы ҡыҙыҡлы – балалар араһында коронавирус менән ауырыусылар юҡ тиерлек.
Февраль баштарында Ҡытайҙа яңы тыуған сабыйҙың, донъяға килеүенә ике өн тигәндә генә, коронавирус менән зарарланыуы тураһында февраль баштарында уҡ Интернет селтәрҙәрендә яҙып үткәйнеләр. Баҡтиһәң, әсә кеше бала тапҡанда уҡ вирус менән ауырыған булған, йәғни, бала сирле булып тыуған.
Дөйөм статистикаға күҙ һалһаҡ, балаларға һәм үҫмерҙәргә был сирҙең әллә ни “йәбешеп бармауын” күрергә була. Journal of the American Medical Association медицина журналы хәбәр итеүенсә, йышыраҡ 40 йәштән ололар ғына был вирус менән сирләй икән. Хроник сирҙәре булғандар был вирусҡа ҡаршы тора алмай.
Рединг университеты ғалимы, профессор, вирусолог Иэн Джонс әйтеүенсә, был вирус балаларға йә бөтөнләй йоҡмай, йә йоҡҡан хәлдә лә, улар ауырыуҙы еңел, симптомһыҙ үткәрә. Тән температураһы булмағас, ата-әсәләр балаларын табипҡа күрһәтмәй, шуға ла дөйөм статистикала ауырыуҙар араһында коронавирус менән сирләүсе балалар һаны бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Инглиз ғалимы Натали Макдермотт та уның һүҙҙәрен ҡеүәтләй: “Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең иммун системаһы көслө һәм төрлө вирустарға ҡаршы торорға әҙер. Улар, әлбиттә, вируслы мөхиттә уны йоҡтора, әммә ауырыуҙы еңел үткәрә”.
2003 йылда ла атипик пневмония эпидемияһы бөтөн Ер шары халҡын ҡурҡыуға һалғайны. Ауырыуҙарҙың 10 проценты - 800 кеше вирус ҡорбаны булды. Ә балаларға ул йоҡманы, тиергә лә була. Әлеге ваҡытта ла шул уҡ ситуация ҡабатлана.
Шулай ҙа күпселек вирусологтар балаларҙың супер-иммунитеты булыуына шикләнә, уларҙың бик һирәк ауырыуын эпидемия башланғанда каникул осорона тура килеүенә бәйләй.
Табиптар, ғалимдар әлегә балаларҙың ни өсөн коронавирусҡа бирешмәүен асыҡлау өҫтөндә эшләй. Бәлки, вирусҡа бирешмәүсән раса кешеләрелер беҙ?
Шулай ҙа, һаҡланғанды Аллаһ һаҡлар, тигәндәй, ябай ғына гигиена ҡағиҙәләрен күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ. Йәмәғәт урындарында булғандан һуң ҡулды 20-30 секунд самаһы һабын менән йыуырға, йәки сумкала антисептик гель алып йөрөргә кәрәк. Битлек кейгәндә тын юлдары аша вирус эләктереү хәүефе кәмей.
Читайте нас: