Мәскәүҙә уҡыусылар йәшерен рәүештә гәзит сығарған. Уҡытыусыларға был хәл оҡшамаған!
Гәзиттә уҡыусылар мәктәпте, уҡытыу процесын һәи уҡытыусыларҙы бик ҡаты тәнҡитләп яҙған булған. Үҫмерҙәр, хатта, реклама биреүҙе лә яйға һалған, гәзитте 10 һумдан һатҡандар.
Pikabu сайтында был турала яҙған автор Мәскәүҙең ҡайһы мәктәбе икәнлеген күрһәтмәгән. Баҫма геройҙарының береһе (уҡытыусы) үҫмерҙәрҙең ҡылығы тураһында үҙенең хатында былай тип яҙа:”Уҡыусыларҙың “ Һары баҫма” стилендә гәзит сығарырға хәлдәренән килә икән, тимәк улар уҡыуҙан һәм түңәрәктәрҙән ныҡ арымай. Педагогик коллектив (уҡытыусылар һәм завучтар) тураһында “ғәйбәт сәйнәй” һәм тәнҡитләй, ҡыҙыҡ өсөн үҙҙәренең файҙаһына ысынбарлыҡты “боҙоп”, уҡытыусыларҙан көлә улар”.
Был хәл мәктәп администрацияһында ҙур янъял ҡуптарған.