0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2020, 11:10

Беҙ әҙер! Башҡаларҙы көтөп тормайбыҙ

Билдәле булыуынса, уҙған аҙна аҙағында республикала “Юғары ос!” II мәктәп белем биреүе форумы үткәйне.

Билдәле булыуынса, уҙған аҙна аҙағында республикала “Юғары ос!” II мәктәп белем биреүе форумы үткәйне. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында уға йомғаҡ яһалды. Төп доклад менән мәғариф министры Айбулат Хажин сығыш яһаны.
Быйылғы форум уҡыусыларҙың һаулығына арналды. Һүҙ уларҙың физик, рухи, әхлаҡи һаулығы тураһында барҙы. Быйыл был ҙур сарала мәктәп директорҙары ғына түгел, ә ата-әсәләр ҙә ҡатнашты. Улар үҙ фекерен белдерҙе, белгестәрҙе тыңланы.
Форумдың иң мөһим яңылығы – 1 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәрендә башланғыс класс уҡыусылары өсөн туҡланыу бушлай буласаҡ. Ил Президенты Владимир Путин быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә был эште кемдең ҡулынан килә - яңы уҡыу йылынан, кем әҙер түгел, өс йылдан башларға тигәйне. Беҙҙең республика өс йыл көтмәҫкә, ә быйылдан башларға булды.
Ғөмүмән, мәктәптәге туҡланыу - Радий Хәбиров өсөн мөһим темаларҙың береһе. Ул тәүге көндәрҙән үк туҡланыу сифатына иғтибар итә, намыҫһыҙ аҙыҡ-түлек килтереүселәр менән эшләүҙе туҡтата.
– 1 сентябрҙән башлайбыҙ. Быға ныҡлы әҙерләнегеҙ. Ата-әсәләр өсөн дегустация ойошторорға кәрәк. Улар балаларын нисек ашатҡанды күрһендәр, – тине Радий Хәбиров.
Форумда башҡа мөһим мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Улар араһында берҙәм мәктәп формаһы индереү, дәрестә кеҫә телефоны менән файҙаланмау, тағы ла күберәк мәктәптәрҙә көрәш секцияларын асыу, йөҙөргә өйрәтеү проектын киңәйтеү, “Терра бала саҡ” проектын башлау, инвалид балалар өсөн инклюзив уҡытыу методикаһы, хәүефһеҙ интернет булдырыу һәм башҡалар.
“Юғары ос!” – республиканың “Мәғариф” милли проекты буйынса үткәрелгән мөһим проекты. Ул һәр уҡыусыны һәм ата-әсәне борсоған проблемаларҙы күтәрә һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләй.
Радий Фәрит улы былтырғы форум һөҙөмтәләре буйынса алып барылған эш менән ҡыҙыҡһынды. Айбулат Хажин белдереүенсә, эш бара. Киләһе форум белем биреү сифатына арналасаҡ.
Фото: pressaufa.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: