+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2020, 12:37

Афарин, Гөлминаз!

Тантаналы ҡотлау ваҡытында Зәйнәб Биишеваның туғаны Ләлә Биишева...

Белорет районы Шығай мәктәбе уҡыусылары төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Призлы урындар яулап ҡайталар. Бына Өфө ҡалаһының 140 гимназияһында Зәйнәб Биишева ижады буйынса VII Республика ижади проекттар конкурсында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Унда беҙҙең мәктәптән 5 –се синыф уҡыусыһы Хафизова Гөлминаз ҡатнашып, 1 –се урын алып ҡайтты. Ул “Зәйнәб Биишева шиғырҙары Абдулла Хәлфетдинов көй-моңдарында” тигән эш менән беренсе секцияла сығыш яһаны. ( Етәксеһе Йылҡыбаева Г.У.). Ауылыбыҙҙан сыҡҡан композитор Абдулла Хәлфетдиновтың Зәйнәб Биишева шиғырҙарына күп йырҙар яҙыуы тураһында һөйләне. Тантаналы ҡотлау ваҡытында Зәйнәб Биишеваның туғаны Ләлә Биишева “Шығай һылыуы матур итеп һөйләне, “Алтын балдаҡ” йырын йырлап, илап та ҡуйҙы”,- тине. Эйе, ул йыр бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр. Гөлминазға артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Лилиә БИКБУЛАТОВА, Белорет районының Шығай мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: