+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2020, 12:54

Балаларҙың күҙҙәре зыян күргән

Мәскәүҙәге 1415-се мәктәптә уҡыусы беренсе синыф уҡыусыларының ата-әсәләре, кәңәшләшеп, синыф бүлмәһенә дезинфекциялау лампаһы ҡуйҙырғандар. Балаларға коронавирус теймәһен, тип.

Мәскәүҙәге 1415-се мәктәптә уҡыусы беренсе синыф уҡыусыларының ата-әсәләре, кәңәшләшеп, синыф бүлмәһенә дезинфекциялау лампаһы ҡуйҙырғандар. Балаларға коронавирус теймәһен, тип.
Кварцлы лампа һатып алыу идеяһы кескәйҙәрҙең ата-әсәләренең башына килгән. Улар уны синыф бүлмәһе көн һайын бактерияларҙан таҙартылып, унан да бигерәк бөтөн донъяның ҡотон алып торған коронавирустан һаҡлап торһон, тигән ниәт менән, аҡса йыйып, һатып алған. Уҡытыусы лампаны, әлеге лә шул ата-әсәләр үтенесе буйынса, балалар бүлмәнән сыҡҡан саҡта ҡабыҙып, ваҡыты еткәс һүндереп торған.
2 март көнө, ғәҙәттәгесә, балалар синыф етәксеһе менән ашханаға юллана. Уҡытыусы сығыр алдынан кварцлы лампаны ҡабыҙып сығып китә, ә кире килгәс уны һүндерергә онота. Һөҙөмтәлә 20 баланың күҙе зыянланған (лампаның ультрафиолет нурҙары кешенең күҙенең мөгөҙсә шекәрәһен яндыра).
Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара. Шуныһы сәйер - мәктәп етәкселеге был лампа тураһында бер ни ҙә белмәгән.
Читайте нас: