+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2020, 10:52

Игеҙәктәр күбәйә!

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Демография” милли проекты сиктәрендә быйыл 100-сө бала тыуыу тураһындағы актты теркәне.

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Демография” милли проекты сиктәрендә быйыл 100-сө бала тыуыу тураһындағы актты теркәне.
Түңәрәк һан аҫтында Ғөбәйҙуллиндарҙың игеҙәктәре тыуыу тураһында таныҡлыҡ алды. Эльмира менән Рөстәм Ғөбәйҙуллиндар сабыйҙарына Вилдан һәм Ләйлә тигән матур исемдәр биргән. 14 йәшлек Регина апайҙары бәләкәстәрҙең тыуыуын көтөп алған.
- Игеҙәктәр тыуасағын алдан белдек. Бәләкәс ҡыҙыбыҙға исемде мин һайланым, ҡатыным һәм өлкән ҡыҙыбыҙ нәҫелебеҙҙе дауам иткән улыбыҙға яңғырауыҡлы исем эҙләне, - ти Ғөбәйҙәллиндарҙың ғаилә башлығы Рөстәм Рафаэль улы.
Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттарына ярашлы, сабыйҙарҙың сәләмәтлеген хәстәрләүгә, пособиелар түләүгә дәүләт тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелә.
Демография” милли проектына ярашлы, илебеҙҙә тыуымды арттырыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Президент Владимир Путиндың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса мөһим саралар ҡабул ителеүе хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ.
Фото: Гөлдәр Ҡадаева.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: