-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2020, 12:21

Мәскәүҙәр башҡорт һылыуҡайын һайлайҙар

Конкурста 16-25 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашырға мөмкин...

Илебеҙҙең баш ҡалаһында «Мәскәү һылыуҡайы — 2020» матурлыҡ конкурсы уҙғарыла. Конкурсҡа һайлап алыу 7 мартҡа билдәләнгән. Ҡатнашыусыларға конкурстың «Бәйләнештә»ге төркөмөндә анкета тултырырға һәм ике фотоһүрәт беркетергә кәрәк.
Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡып йөрөгән студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы һәм Yasmin ижади студияһы. Быйыл конкурс етенсе тапҡыр ойошторола. Сара Мәскәүҙә йәшәгән йәштәребеҙ өсөн төп ваҡиғаларҙың береһе булып тора.
«Йыл һайын беҙ камиллашабыҙ һәм конкурстан шоу яһарға тырышабыҙ. Быйыл да ул бик үҙенсәлекле булыр тип уйлайбыҙ. Бындай конкурстар – үҫеш һәм алға барыу өсөн стимул», — тине «Мәскәү Һылыуҡайы 2020» конкурсын ойоштороусы Азат Ҡаҙаҡбаев.
Конкурста Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә йәшәгән 16-25 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашырға мөмкин (бәлиғ булмаған ҡатнашыусыларға законлы вәкилдәренең яҙма ризалығы кәрәк).
Жюри составына Башҡортостанда тыуып үҫкән интеллигенция вәкилдәре, артистар, күренекле шәхестәр саҡырыла. Конкурста ҡатнашыу шарттары һәм положение менән «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмдә танышырға була.
Читайте нас в