-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2020, 10:46

Владимир Путин 6-сы парашют-десант ротаһы яугирҙарының иҫтәлеген хөрмәтләне

Псков ҡалаһында Владимир Путин данлыҡлы десантсыларға - 76-сы һауа-десант дивизияһының 6-сы парашют-десант ротаһының батырҙарса һәләк булған яугирҙарына арналған һәйкәлгә сәскәләр һалды.

1 мартта Псков ҡалаһында Владимир Путин данлыҡлы десантсыларға - 76-сы һауа-десант дивизияһының Кутузов орденлы Ҡыҙыл Байраҡлы десант-штурмлау 104-се гвардия полкының 6-сы парашют-десант ротаһының батырҙарса һәләк булған яугирҙарына арналған һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Ил башлығы Изге великомученик Георгий Победоносец часовняһында булды һәм десантсылар алышы панорамаһы макетын ҡараны. Был ҡоролмала 6-сы ПДР һәм боевиктар һуғышы һүрәтләнгән.
Аҙаҡтан президент һәләк булыусы хәрбиҙәрҙең туғандары менән осрашты. Сарала ҡатнашыусы бер ҡатын-ҡыҙ Путинға 6-сы рота иҫтәлеге фонды әҙерләгән хәтер миҙалын бирҙе. «Вам спасибо за ваших ребят», – тип яуапланы В.Путин.
Бынан тыш, ил етәксеһе Псковта "Хәтер юлы" проектын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән йәш ярмиясылар менән аралашты һәм Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт туплаған махсус пункт эше менән танышты.
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас в