Сүриәнең Идлиб биләмәһендә ҡан ҡойош бара. Сүриә менән Төркиә ғәскәрҙәре бер береһен бөтә яҡлап утҡа тота. Рәжәп Эрдоган Владимир Путин менән осрашыуында был һуғышты туҡтатыуға өлгәшеүҙәренә өмөтләнеүен белдергән. Владимир Путин да, әлбиттә, һуғыш яҡлы түгел.