+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2020, 11:55

Дельфиндай йөҙөргә өйрән!

Йөҙөү тормош мәшәҡәттәренән арынырға, тынысланырға, эске көсөргәнеште бөтөрөргә һәм хатта ябығырға ярҙам итә.

Йөҙөү тормош мәшәҡәттәренән арынырға, тынысланырға, эске көсөргәнеште бөтөрөргә һәм хатта ябығырға ярҙам итә.
Шуға был спорт төрө менән шөғөлләнеү – үҙе бер кинәнес. Тап бына ошо спорт төрө буйынса 6 мартҡа тиклем Салауат ҡалаһында үҫмерҙәр араһында республика “Шаян дельфин” беренселеге үтә. Унда был спорт төрө буйынса иң көслө спортсылар ҡатнаша.
Был сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ошондай ярыштарҙы үткәреү кәрәк, сөнки улар ярҙамында ил күләмендәге чемпионатта ҡатнашыусылар асыҡлана, тәжрибә туплана һәм оҫталыҡ арта.
Фото:swimrocket.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: