+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март 2020, 12:06

Ике сәғәттә ике бала тапалды

Кисә баш ҡалабыҙҙа балалар ҡатнашлығында бер юлы ике авария теркәлде. Уларҙың икеһен дә машина бәрҙереп китте.

Кисә баш ҡалабыҙҙа балалар ҡатнашлығында бер юлы ике авария теркәлде. Уларҙың икеһен дә машина бәрҙереп китте.
Тәүгеһе көндөң икенсе яртыһында Беренсе Май урамындағы 20-се йорт янында була. 60 йәшлек ир “Тойота Фортуна” автомобилендә 10 йәшлек малайҙы тапата. Ул юлды көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеле аша үтеп барған булған. Шаһиттар белдереүенсә, бала алда торған автобус алдынан йүгереп сыҡҡан. Уның аяғы йәрәхәтләнгән. Баланы дауаханаға оҙатҡандар.
Ике сәғәт тә үтмәй, баш ҡаланың Калинин районында үҫмер ҡатнашлығындағы тағы бер авария теркәлә. Был юлы Мушников урамында 42 йәшлек водитель ҡатын “Лада Калина” авомобилендә 14 йәшлек ҡыҙыҡайҙы тапата. Бала шулай уҡ төрлө йәрәхәттәр ала. Водитель белдереүенсә, ҡыҙыҡай һул яҡтан машинаға ҡаршы йүнәлештә килгән.
Бер тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2,5 мең ҡағиҙә боҙоу осрағын теркәгән, 22 иҫерек водитель ҡулға алынған. Бер юғалған машина эҙләп табылған.
Статистикаға ярашлы, көндәр йылыта башлау менән юлдарҙа балаларҙың тапалыу осраҡтары арта башлай. Шуға балаларҙы көн һайын иҫкәртеп тороу мөһим.
Юлдарҙың сифаты шулай уҡ аварияларға ҙур йоғонто яһай. Илдә тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты күп етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Быйыл республикала юлдарҙы ремонтлау, яңы светофорҙар һәм камералар ҡуйыу, термопластик һыҙаттар һыҙыу, яңы юл билдәләре ҡуйыу өсөн милли проект буйынса ғына ла 1,5 миллиард һум аҡса алыу планлаштырыла. Ил башлығы бигерәк тә балалар ҡатнашлығындағы фажиғәләргә ҙур иғтибар бирергә саҡырҙы.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: