+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Март 2020, 21:41

Иҫәнғолда янғын извещателе балаларҙы үлемдән ҡотҡарған

Бөгөн Ейәнсура районы үҙәге ҡотҡарыусылары Корниев урамында янғын тураһында хәбәр алып, ваҡиға урынына ашыға.

Бөгөн Ейәнсура районы үҙәге ҡотҡарыусылары Корниев урамында янғын тураһында хәбәр алып, ваҡиға урынына ашыға. Унда 6х8 метрлыҡ йорттоң верандаһын ут ялмаған була.
Йортта 1987 йылғы ҡатын үҙенең биш балаһы менән булған. Шифер шартлағанын ишетеп, ул солан ишеген асҡан һәм веранданың өҫ яғына ут тоҡанғанын күргән. Ҡаҙанлыҡҡа ҡуйылған АДПИ аавтономлы янғын извещателе эшләгән. Ҡатын ишекте япҡан һәм балаларын йәһәтләп кейендереп, кухня бүлмәһе тәҙрәһе аша тышҡа сығарған. Шулай итеп, ғаилә һанаулы минуттарҙа үлемдән ҡотолған. АДПИ ҡоролмаһы был йортҡа күп балалы ғаиләгә тип урынлаштырылған булған. Янғын сәбәптәрен дознаватель асыҡлаясаҡ. Алдан күҙаллау буйынса ут электр сымынан сыҡҡан тиҙәр. Фото:Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас: