-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2020, 13:54

Владимир Путиндан яңы балалар пособиеһының ҡасан түләнә башлаясағын һоранылар

Байрам алдынан Рәсәй Президенты Иваново өлкәһендә эш сәфәре менән булғайны.

Байрам алдынан Рәсәй Президенты Иваново өлкәһендә эш сәфәре менән булғайны. Ул бында төрлө объекттарға килде һәм йәмәғәтселек менән осрашты. Шунда бер күп балалы әсә өс һәм ете йәшкә тиклем тәғәйенләнгән балалар пособиеһын түләү ҡасан башланасағын белеште.
- Бындай пособие бер ҡасан да булғаны юҡ. Рәхмәт һеҙгә, - тине М. Силкина ханым. - Шулай ҙа уны түләү процедураһы ҡыҙыҡһындыра. Йәш балалы йәки бер нисә ваҡ балалы әсә документ, справкалар артынан төрлө инстанцияға нисек йүгереп йөрөп өлгөрөр икән? Пособиеның ҡасан түләнә башлауын да белге килә.
- Эйе, ҡарар ҡабул ителде. Түләүҙәр быйыл 1 ғинуарҙан иҫәпләнә. Ә ғаризаларҙы 1 июлдән ҡабул итәсәктәр. Барыһы ла теүәл һаналып, йыл башынан иҫәпләнеп түләнәсәк, - тип яуапланы Президент.
Һәм өҫтәп шуны ла белдерҙе: түләү механизмдарын ауыр итмәҫкә тырышырбыҙ.
Тимәк, кемдәр пособие категорияһына инә, шулар бер нисә ай өсөн күү-үп итеп аҡса аласаҡ. Әҙерләнә тороғоҙ.
Фото: Кремлин.ру.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в