Конкурсҡа буйы 165 сантиметрҙан ашыуыраҡ, параметрҙары 90-60-90-ға яҡын, кейәүҙә һәм балаһы булмаған 16-25 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла.
Ғаризалар «Мисс Башҡортостан» билдәһе менән missbashkortostan@mail.ru почтаһына ҡабул ителә. Шулай уҡ исем-шәрифте, йәште, буйҙы, ҡаланы / районды һәм телефон номерын күрһәтергә, 3-5 фотоһүрәт (портрет һәм буй-һын) беркетергә кәрәк. Фотоһыҙ һәм мәғлүмәтһеҙ ғаризалар ҡаралмай.