+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 20:12

«Апрель» Республика балалар йыр сәнғәте конкурсына заявкалар ҡабул ителә

Баш ҡалала 28-29 мартта «Апрель» Республика балалар йыр сәнғәте конкурсы үтә. Конкурс Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрам сиктәрендә уҙасаҡ.

Баш ҡалала 28-29 мартта «Апрель» Республика балалар йыр сәнғәте конкурсы үтә. Конкурс Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған байрам сиктәрендә уҙасаҡ.
Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.
Сарала 6 йәштән 16 йәшкә тиклемге солистар һәм дуэт менән башҡарыусылар ҡатнаша ала.
Заявкалар 20-се мартҡа тиклем ҡабул ителә. Конкурс ике турҙан тора. Беренсе тур - видео-яҙмалар аша һайлап алыу, икенсе тур - 28 март жюри алдында сығыш яһау (Кустарная, 17).
Жюри составына Башҡортостан Республикаһының билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм сәхнә оҫталары инә. Шулай уҡ сара сиктәрендә түңәрәк өҫтәл һәм мастер-класс ҡаралған.
Гала-концерт 29 март «Торатау» Конгресс-холлында үтәсәк.
Соц.селтәрҙәге рәсми төркөм https://vk.com/aprel_ufa.
Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)273-50-51.
Читайте нас: