-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 17:49

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ике премьера әҙерләй

Кешелек тарихында ҡан ҡойғос иң ҡурҡыныс һуғыш тарихы ысынбарлығы бөгөн төрлөсә бәйән ителгән мәлдә, телевизор экрандары, театр сәхнәләре аша был темаға әйтәнеп ҡайтыу зарур.

Кешелек тарихында ҡан ҡойғос иң ҡурҡыныс һуғыш тарихы ысынбарлығы бөгөн төрлөсә бәйән ителгән мәлдә, телевизор экрандары, театр сәхнәләре аша был темаға әйтәнеп ҡайтыу зарур. Театрҙың рус труппаһы һуғыштан алдағы һәм һуғыш ваҡытында ауыл тормошон, унда йәшәгән халыҡтың ауырлыҡтарҙы геройҙарса күтәрә алыуын тасуирлаған Борис Вахтиндың “Синяя-синяя речка” спектаклен әҙерләй. Башҡорт труппаһы иһә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһын сәхнәләштерә. Премьералар апрель, май баштарына тәғәйенләнгән, тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Рәзилә Ырыҫҡужина.
Яңылыҡ авторы Рәзил Бикбулатов.
Читайте нас: