+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 16:17

Башҡортостанда коронавирусты билдәләйәсәктәр

Башҡортостанға коронавирусты билдәләү өсөн тест-системалар ҡайтарылды

Башҡортостанға коронавирусты билдәләү өсөн тест-системалар ҡайтарылды. Уларҙы Новосибирскиҙың «Вектор» институты ғалимдары уйлап тапҡан. «Башҡортостан» ДТРК-һы Башҡортостан Республикаһы Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казакка һылтанып хәбәр итеүенсә, тикшереүҙәр полимераза-сылбыр реакцияһы алымы менән үткәрелә. Һөҙөмтә һигеҙ сәғәттән үк әҙер була. Белгестәр 400-гә яҡын материалды тикшергән дә инде, улар араһында коронавирус асыҡланмаған.
Бер үк ваҡытта өлгөләрҙе тикшереү өсөн Новосибирскиға ебәрәләр, шул рәүешле табиптар вирустың булыуы йәки булмауы хаҡында ике һөҙөмтә ала.
Читайте нас: