+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 12:07

Тәгәрмәсле поликлиника ҡабул итә

Республиканың алты районына бирелгән мобиль автомобилдәрҙең береһе Йылайыр районына килеп етте.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә оло йәштәге граждандарҙы хеҙмәтләндереү өсөн мобиль бригадалар, йәғни күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары барлыҡҡа килде. Был мобиль бригадалар ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа медицина ярҙамын уңайлы һәм тиҙ алыу мөмкинлеген бирә.
Республиканың алты районына бирелгән мобиль автомобилдәрҙең береһе Йылайыр районына килеп етте. Ошо көндәрҙә ул Үрге Ғәле ауыл биләмәһе ауылдарында булып, халыҡҡа тәүге ярҙам күрһәтте. Автобус нигеҙендә ҡоролған фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
Фельдшер пациенттарҙы тиҙ ҡабул итә. Сәләмәтлек торошо ҡаҡшағандарға район дауаханаһына йүнәлтмәләр ҙә бирә. Хәҙер ул билдәле графикҡа ярашлы, һәр ауыл биләмәһендә даими эшләйәсәк. Кәрәк саҡта фельдшерҙарға ярҙамға район поликлиникаһы табиптары ла сығасаҡ.
Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты хеҙмәткә һәләтле халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, беренсе медик-санитар ярҙам күрһәткән медицина ойошмаларында белгестәргә ҡытлыҡты яйға һалыуҙы, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр иҫкәртеү медицина тикшереүе үткәреүҙе һ.б. тәүмаҡсат итеп ҡуя.
Фото: Йылайыр районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: