+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март 2020, 16:28

Татар АССР-ының 100 йыллығы флагына Башҡортостан үҙ билдәһен беркетте

Флаг эстафетаһын Өфөнөң «Нур» театрында ҡабул иттеләр. Тантаналы саранан һуң байрам концерты булды.

Флаг эстафетаһын Өфөнөң «Нур» театрында ҡабул иттеләр. Тантаналы саранан һуң байрам концерты булды.
Сарала Татарстан премьер-министры урынбаҫары, Бөтөн донъя татар конгресының Милли советы рәйесе Вәсил Шәйхразиев ҡатнашты, тип хәбәр итте «Татар-информ». Ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев сәләмләне.
«Һеҙҙе бында сәләмләүебеҙгә бик шатбыҙ. Уҙған йылда беҙ БАССР-ҙың 100 йыллығын үткәрҙек, быйыл Татарстан Республикаһы үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Беҙҙең арала йылы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре тора», — тине Рәнис Алтынбаев.
Шәйхразиев ТАССР-ҙың 100 йыллығы флагында Рәсәй Федерацияһы субъекттары гербтары беркетелгәнен билдәләне. Тиҙҙән флаг Мәскәүгә барып етергә, шунан һуң Татарстандың Милли музейына ҡуйылырға тейеш.
Сарала бүләктәр ҙә тапшырылды. Мәҫәлән, Өфөләге Бөтөн донъя татар конгресы вәкиллеге — Hyundai H1 автомобиле, ә Төмәнәк татар тарихи-мәҙәни үҙәге Ford транзит микроавтобусы алды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов Бөтөн донъя татар конгресы миҙалы һәм Ғабдулла Туҡай рәсеме төшөрөлгән сәғәт менән бүләкләнде.
Читайте нас: