-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2020, 11:34

Иң ҡунаҡсылы кемдәр?

“Мәғариф” милли проектына ярашлы ойошторолған “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә хеҙмәтләндереү, туризм өлкәһендәге белгестәр көс һынашты.

Иртәнсәк – баш ҡала урамдары буйлап йүгереү, көндөҙ – проекттар өҫтөндә эш, кис – интеллектуаль уйындар, Башҡортостан Башлығы менән осрашып, республика Хөкүмәтенә ҡунаҡсыллыҡ, хеҙмәтләндереү, туризм буйынса проекттар тәҡдим итеү.
Шулай үтте “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй бәйгеһе. Кисә уның ярымфиналына йомғаҡ яһалды, финалға сыҡҡандар билдәләнде.
Араларында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. Илдар Бикҡужин менән Алексей Зәйнуллин артабан бәйгелә республикабыҙ данын яҡлауҙы дауам итәсәк.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев билдәләүенсә, бында барыһы ла еңеүсе.
“Беренсенән, һеҙ бәйгелә ҡатнашыуығыҙ менән үк юғарыға күтәрелдегеҙ, артабан үҫешергә үҙегеҙгә юл ярҙығыҙ. Барығыҙҙы ла ҡотлайым һәм “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” бәйгеһе һеҙҙе артабанғы еңеүҙәргә, ҙур үрҙәргә илһамландырыуын теләйем”, – тине ул.
“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының партнерҙар менән эш йүнәлеше етәксеһе Антон Сериков ярымфиналдың ҡыҙыҡлы үтеүен әйтте, баһалама ағзаларына артабанғы этапҡа – “Оҫталар ярышы”на – кемдәр үтеүен билдәләүе еңелдән булмауы хаҡында белдерҙе.
“Мәғариф” милли проектына ярашлы ойошторолған “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә хеҙмәтләндереү, туризм өлкәһендәге белгестәр көс һынашты. Өфөгә генә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән байтаҡ ҡатнашыусы йыйылды. Шулай уҡ ярымфиналдың төбәк-ара этаптары Сочи, Тула, Ялта, Пятигорск, Һамар ҡалаларында үтте.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бәйге ҡатнашыусылары менән осрашып, уларҙың проект-тәҡдимдәрен тыңлауы хаҡында яҙып үткәйнек. Радий Фәрит улы республикабыҙҙа туризм буйынса потенциал көслө булыуын, уның әлегә тулыһынса бойомға ашырылмауын да иғтибарға алды. “Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары” бәйгеһе был юҫыҡта үҙ өлөшөн индерер, үҙ һүҙен әйтер тигән ышаныстабыҙ.
Фотолар сараның матбуғат хеҙмәтенән.
Автор: Айгөл Ғәбитова
Читайте нас в