-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2020, 13:27

Иртәнге брифинг. Алты бала стационарҙа

Башҡортостанда 41 кеше, KOVID-19 йоҡтороуҙа шикләнеп, стационарға урынлаштырылды, уларҙың алтауһы – балалар.

Башҡортостанда 41 кеше, KOVID-19 йоҡтороуҙа шикләнеп, стационарға урынлаштырылды, уларҙың алтауһы – балалар.
Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, көн һайын иртәнге һәм киске брифингтар ойошторола. Бөгөнгө иртәнге сәғәт 8-гә ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда 41 кеше, короновирус йоҡтороуҙа шикләнеп, стационарға урынлаштырылды, уларҙың алтауһы – балалар. Бөтәһенең дә хәле тотороҡло.
Уҙған тәүлектә ҡыҙыу бәйләнешкә республикала йәшәүселәрҙән 304 шылтыратыу килде. Иң йыш бирелгән һорауҙар – сит илдән ҡайтҡас нимә эшләргә, ҡайҙа анализ тапшырырға мөмкин, ваҡлап һатыу селтәрҙәрендә һәм аптекаларҙа шәхси һаҡланыу саралары — битлектәрҙең булмауына ялыуҙар.
Читайте нас: