+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2020, 12:21

Республиканың биш мәктәбенә Советтар Союзы Геройҙарының исемдәре бирелде

Хөкүмәт ҡарарҙары Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Хәтер һәм дан йылында Башҡортостан Республикаһының биш мәктәбенә Советтар Союзы Геройҙарының исемдәре бирелде. Хөкүмәт ҡарарҙары Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Октябрьский ҡалаһының 11-се татар гимназияһына Советтар Союзы Геройы Шакирйән Ғәтиәтуллиндың исеме бирелде.
Хәҙер Өфө районы Михайловка ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе Советтар Союзы Геройы Алексей Алымовтың исемен йөрөтә.
Яңауыл районы Байғужа ауылы урта мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Ғәйнанша Хәйҙәршин исеме бирелде.
Өфө районы Чесноковка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе Советтар Союзы Геройы Александр Горчилиндың исемен алды.
Өфө районы Дорогино ауылы урта мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов исеме бирелде.
Документтарға ярашлы, ошо сараларҙы финанслау ҡала-райондарҙың муниципаль бюджеттары иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла.
автор: Ләйлә Аралбаева
Фото: Өфө районының Михайловка ауылы мәктәбе
Читайте нас: