Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2020, 11:34

Саф тоҡомло бал ҡорттары үрсетеү – заман талабы

Съезда күтәрелгән етди мәсьәләләрҙең береһе бал ҡорттарының гибридлашыуы һәм шул сәбәпле күпләп үлеүенә ҡайтып ҡалды.

14-15 мартта Өфөлә Башҡортостан умартасыларының икенсе асыҡ төбәк съезы үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек. 47-се Халыҡ-ара “Апимондия” конгресына һәм “АпиЭкспо” күргәҙмәһенә ярашлы ойошторолған сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы ла күҙ уңында тота.
Съезда күтәрелгән етди мәсьәләләрҙең береһе бал ҡорттарының гибридлашыуы һәм шул сәбәпле күпләп үлеүенә ҡайтып ҡалды. Төрлө тоҡомло бөжәктәрҙең ҡушылыуы уларҙың генетик йәһәттән насарайыуына килтерә. Сығыш яһаусылар беҙҙәге “Алтын Солоҡ” заказнигында етештерелгән урта рус бал ҡортона ҡарата ҡыҙыҡһыныу артыуын билдәләне. Былтыр саф тоҡомло 300 бал ҡорто ғаиләһе алынған, был проект менән ике умартасы шөғөлләнгән. Быйыл әлеге эшкә тотонорға 30 ҡортсо теләк белдергән, йыл дауамында республикала 900 саф тоҡомло урман бал ҡорто ғаиләһе етештереү күҙаллана.
“Алтын Солоҡ” заказнигында алып барылған эшмәкәрлек тураһында проект авторы Марат Хәсәнов ентекле таныштырҙы һәм саф тоҡомло бал ҡорттарын етештереү башланғысын заман талабы тип билдәләне.
"2017 йылда Бөрйән районындағы “Алтын Солоҡ”ҡа ревизия үткәрҙек. Ул саҡта был заказник ҡара урман бал ҡорто өсөн буфер (һаҡлағыс) биләмә булараҡ иҫәпләнә ине. Тикшереүҙәр популяцияның юҡҡа сығып барыуын, күп кенә солоҡтарҙы көньяҡ тоҡомло бал ҡорттары баҫып алыуын күрһәтте. Солоҡсоларҙың әҙер продукцияны борон-борондан әлеге төйәкте үҙ иткән урман ҡорто тарафынан йыйылған солоҡ балы булараҡ һатыуы асыҡланды. Һөйләшеп аңлашыуҙар һөҙөмтәһендә улар тоҡомсолоҡ өсөн саф материалдың булмауын белдерҙе", - тип һөйләне Марат Хәсәнов.
Проекттың төп асылы шунан ғибәрәт: “Алтын Солоҡ” заказнигында генетик йәһәттән таҙа тоҡом материалы алына һәм артабан үрсетеү өсөн республика умартасыларына тәҡдим ителә. Был эшмәкәрлеккә киткән сығымдарҙың яртыһы дәүләт тарафынан ҡаплана. Шулай итеп, Башҡортостан ҡортсоларына фәнни телдә “урта рус бал ҡорто”, ә беҙҙеңсә “ҡара урман” йәки “бөрйән бал ҡорто” тип аталған төрҙө үрсетеүгә мөмкинлектәр асыла.
Фото: pestcontrol.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в