+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2020, 14:21

БДИ-2020 күсерелә

Ваҡытынан алда имтихан тапшырыу осоро 20 марттан 13 апрелгә тиклем, тип планлаштырылғайны. Эйе, бында ла "тажлы вирус" ғәйепле.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, илдә коронавирус пандемияһы Берҙәм дәүләт имтихандарын һәм дөйөм белем биреү программалары буйынса дәүләт сығарылыш имтихандарын ваҡытынан алда биреү осоро күсерелә.
Ваҡытынан алда БДИ тапшырырға теләүселәр имтиханды хәҙер төп осорҙа - 25 майҙан 29 июнгә тиклем яҙасаҡ. Шул уҡ ваҡытта дөйөм урта белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы ла үтәсәк.
БДИ буйынса "ҡыҙыу линия телефоны - 8 (347) 218-03-81, 218-03-28.
Читайте нас: