+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2020, 12:45

Иғтибар! Яҙғы каникулдар оҙайтылды

Kovid-19 вирусы арҡаһында уҡыусыларҙың яҙғы каникулдары 6 апрелгә хәтлем оҙайтылды.

Kovid-19 вирусы арҡаһында уҡыусыларҙың яҙғы каникулдары 6 апрелгә хәтлем оҙайтылды.
Бындай ҡарарҙы коронавирустың таралмауына сик ҡуйыу өсөн Башҡортостандың Башлығы Радий Хәбиров сығарҙы. Каникулдар ғәҙәттә 23 – 30 март була торған ине. Хәҙер иһә 6 апрелгә тиклем буласаҡ.
Республикала Kovid-19 вирусына ҡаршы торорға юғары әҙерлек режимы индерелде.
Радий Хәбиров республиканың мәғариф министрына тейешле йөкләмә биргән. Уға ярашлы уҡытыусылар дистанцион уҡытыу варианттарына әҙер булырға тейеш. Республиканың юғары һәм махсус белем биреу уҡыу йорттары ла дистанцион режимға күсергә тейеш.
фото: ug.ru
Читайте нас: