18 марттан Башҡортостанда коронавирустың таралыуын иҫкәртеү маҡсатында тулы әҙерлек режимы булдырылды. Был тәртип граждандар тормошона ҙур үҙгәрештәр индерҙе.
Балалар баҡсалары карантинға ябыламы? Күпселек ата-әсәләрҙең эшкә йөрөүе, кескәйҙәрҙе өйҙә яңғыҙ ҡалдырып булмау сәбәпле, балалар баҡсалары ябылмай. Шулай ҙа балалар баҡсалары карантин режимы буйынса эшләй: ата-әсәләгә бинаға инеү тыйыла, балаларҙы тәрбиәселәр ингән урында ҡаршы ала. Һәр сабыйҙың тән температураһы үлсәнә. Әгәр ҙә ул юғары булһа, шунда уҡ баланы ата-әсәһе өйгә алып ҡайтырға тейеш. Төркөмдәрҙә бүлмәләр даими елләтелергә һәм дезинфекцияланырға тейеш.
Мәктәп уҡыусылары ял итәме, әллә уҡыймы? Быйыл уҡыусыларҙың яҙғы каникулы ике аҙнаға тиклем оҙайтылды. Улар 23 марттан 5 апрелгә тиклем ял итәсәк.
6 апрелдән бөтөн мәктәптәр ҙә дистанцион уҡыу формаһына күсә. Балалар Интернет-ресурстар аша уҡытыусыларҙан эштәр алып, шуларҙы башҡарып, яуаптарҙы ебәрергә тейеш булып сыға. Дистанцион режим ҡасанға тиклем дауам итере билдәле түгел.
Әгәр баланы (уҡыусыны) өйҙә үҙен генә ҡалдырып булмаһа, ни эшләргә? Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн белем усаҡтарында 15 кешелек төркөмдәр ойоштороласаҡ. Ғаиләлә килеп тыуған шарттар арҡаһында балаларын өйҙә ҡалдыра алмаған ата-әсәләргә уларҙы мәктәпкә алып барырға кәңәш ителә. Был осраҡта балалар ғәҙәттәгесә режимда уҡыясаҡ.
БДИ булмаймы, әллә ваҡыты ғына күсереләме? Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн был һорау иң актуаль булып иҫәпләнә. БДИ-ның ваҡытынан алда тапшырыу этабы ғына үткәрелмәй. Кемдәр был этапҡа ғариза биргән – барыһы ла төп этапта, имтихан тапшырасаҡ. Төп этап үҙ ваҡытында буламы, әллә бөтөнләй булмаймы – бының турала әле бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ.
Карантин арҡаһында уҡыу йылын оҙайтмайҙармы? Аллаға шөкөр, йәйге каникулға карантиндың зыяны теймәйәсәк. Май аҙағында бөтөн мәктәптәр ҙә көтөп алған оҙайлы каникулға сыға. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, уҡыу пландары тығыҙ буласаҡ, шуға ла сәғәттәр һаны кәмемәйәсәк.
Түңәрәктәр, секциялар эшләйәсәкме? Өҫтәмә белем биреү учреждениелары тулыһынса карантинға ябылмай, шулай ҙа түбәндәге профилактик саралар мотлаҡ үтәлергә тейеш: ата-әсәләргә бинаға инеү тыйыла; ингән урында баланың тән температураһы үлсәнә; күп кеше ҡатнашҡан саралар үткәрелмәй..
7. Колледж һәм юғары уҡыу йорттары талиптары ла каникулға ҡайтамы?
23 марттан республиканың бөтөн урта һәм юғары белем биреү йорттары ла дистанцион режимға күсә. Юғары уҡыу йорттарында был режимға 16 мартта уҡ күсә башлағайнылар. 23 мартта бөтөн университеттар ҙа ваҡытлыса ситтән тороп уҡыуға күсергә мәжбүр.
Әгәр ҙә һорауҙар килеп тыуһа, ҡайҙа шылтыратырға?
Уҡыу-уҡытыу эштәрен ойоштороу буйынса һорауҙарға яуаптарҙы Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығынының “ҡыҙыу линияһы”на шылтыратып алырға була: (347) 292-11-52. “Ҡыҙыу линия” сәғәт 09.00-дән 18.00-гә тиклем эшләй. Шулай уҡ министрлыҡьың сайтында һорауҙар буйынса махсус бүлек булдырыласаҡ.