Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2020, 17:33

Коронавирус арҡаһында опера һәм балетты онлайн-режимда ҡарайбыҙ

Башҡорт опера һәм балет театрының Ҙур залы “тажлы вирус” пандемияһы осоронда тамашасыһыҙ эшләй. Тамашасылар, театр администрацияһы һәм артистар был зәһәр сиргә дусар булмаһын өсөн 20 марттан алып ул бер айға ябыла.

Башҡорт опера һәм балет театрының Ҙур залы “тажлы вирус” пандемияһы осоронда тамашасыһыҙ эшләй. Тамашасылар, театр администрацияһы һәм артистар был зәһәр сиргә дусар булмаһын өсөн 20 марттан алып ул бер айға ябыла. 20 апрелгә тиклем буласаҡ спектаклдәргә алдан билет һатып алыусылар билеттарын кире тапшыра ала.
Әммә опера һәм балет һөйөүселәре өсөн театр бик шәп иғлан менән сығыш яһай: репертуарҙа булған бөтөн спектаклдәр афишала күрһәтелгән ваҡытында онлайн режимда видео-хостингта күрһәтеләсәк.
Трансляциялар тураһында мәғлүмәт театрҙың сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә буласаҡ.
Ә Башҡорт опера һәм балет театрының Бәләкәй һәм Грек залында тамашалар туҡтатылмаясаҡ, репертуар буйынса ҡуйыласаҡ.
Фото "Башинформ" МА алынды.
Читайте нас в