Табиптарҙың күсмә бригадаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә ойошторолған. Мобиль модулдә теш табиптары йәш пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер – сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар булдырылған, заманса медицина ҡорамалдары стоматология ярҙамын юғары кимәлдә башҡарыу мөмкинлеген бирә.
Ҙурайғас та тештәрең ынйы кеүек һоҡландырғыс булһын өсөн, уларҙы бәләкәйҙән үк хәстәрләргә кәрәк. Ә бының өсөн хәҙер республиканың мәғариф учреждениеларында ҙур мөмкинлектәргә юл асылыуы хуплауға лайыҡ.