+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2020, 18:06

Сәнғәт мәктәптәре лә каникулға ябыласаҡ

Кисә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда республиканың мәҙәни тормошона пандемия осоронда ниндәй яңылыҡтар индереләсәге тураһында һүҙ барҙы.

Кисә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда республиканың мәҙәни тормошона пандемия осоронда ниндәй яңылыҡтар индереләсәге тураһында һүҙ барҙы.
Мәғариф министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, театрҙарҙа бер спектаклгә 200 кеше генә инә ала. Күпселек театрҙар көндөҙ ҙә эшләйәсәк. Опера һәм балет театры, Башҡорт дәүләт филармонияһы, “Башҡортостан” концерт залы онлайн-трансляцияға күсә.
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тулыһынса онлайн-режимда эшләйәсәк.
Театрҙар үҙҙәренең архив яҙмаларында булған спектаклдәрҙе YouTube-каналдарында күрһәтәсәк.
Мәктәптәрҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт бейеү ансамбле концерттары булмаясаҡ, республиканан ситтә планлаштырылған гастролдәр ҙә күсерелде.
“Китапханалар, музейҙар ғәҙәттәгесә режимда эшләй, тик унда оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр һәм конференциялар булмаясаҡ. Оло йәштәге китап һөйөүселәр китапханаларға шылтыратып, өйгә заказ эшләй ала. Урта махсус белем биреү уҡыу йорттары ситтән т ороп уҡытыуға күсә, ә балалар сәнғәт мәктәптәре каникулға ябыла” – тине Әминә Ивний ҡыҙы.
Өйҙә ултырғанда ниндәй кино, йәки спектакль ҡарарға һуң? “Культура. РФ” порталы 6 меңдән ашыу яҙма тәҡдим итә. Тулыраҡ: https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/262175/
Читайте нас: